Антон Шипулин менән хушлаштыҡ10.01.2019
Спорт һөйөүселәр Ванкуверҙа (2010 йыл) һәм Сочиҙа (2014 йыл) Олимпия уйындарында эстафета ярыштарында биатлон буйынса бронза һәм алтын миҙалдар яулаған Антон Шипулинды беләлер, моғайын. Чемпион күптән түгел ҙур спорт менән хушлашыуын хәбәр итте.

Бының сәбәптәре лә бар. Мәҫәлән, Пхенчханда үткән уйындарға уны һәм башҡа Рәсәй биатлонсыларын саҡырманылар, унан егет сәләмәтлеге ҡаҡшауын да белдерә.

– Өс ай элек кешеләрҙең 95 проценты мине спортта ҡалырға өндәне. Әммә бындай сәйәси хәлдә мин яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алмаясаҡмын. Шуға ла китеүем һәйбәт булыр. Бала саҡтан ҙур спорт хаҡында хыялландым, хәҙер ул бысраҡҡа әйләнде. Минең ошонан сығаһым килә, – ти был хаҡта Шипулин.





Вернуться назад