Йыйылған, ти, күршеләр...09.01.2019
Ошо көндәрҙә Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында дүрт район хакимиәте йыйылма командалары араһында 11-се спартакиада уҙҙы. Унда, хужаларҙан тыш, Федоровка, Стәрлебаш һәм Ишембай райондары ҡатнашты.

Бәйге волейбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү буйынса булды, шулай уҡ командалар эстафетала, дартс һәм бильярд уйындарында көс һынашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ишембай районы командаһы еңеүсе тип табылды. Әйткәндәй, улар былтыр ҙа спартакиадала еңеп сыҡҡайны. Киләһе бәйге бер йылдан Федоровка районында уҙасаҡ.



.


Вернуться назад