“Йәшлек” кемдәрҙе йәшәртә?09.01.2019
Балтас районы етәкселеге оҙайлы Яңы йыл каникулын файҙалы ойоштороуға күп көс түкте. Бигерәк тә мәктәп балалары өсөн ҡыҙыҡлы төрлө саралар уҙғарылды.

Кисә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусы балалар һәм өлкәндәр араһында мини-футбол буйынса турнир тамамланды. Бәйге спорт һәм һаулыҡ декадаһына сиктәрендә ойошторолдо. Унда биш команда – “Сенара”, “ФОК һәм мәғариф”, “Спортинг”, “Колледж” һәм “Полиция” көс һынашты. “Сенара” еңеүсе булды.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтың, айырыуса үҫмерҙәрҙең спортҡа ылығыуы һөйөндөрә, ҡыҙ һәм егеттәрҙең ситтә лә район данын яҡлауы маҡтауға лайыҡ. Ә инде “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының буш тормауы балтастарҙың сәләмәт йәшәү рәүешен һайлауы тураһында һөйләй.




Вернуться назад