Саҡырған Алушта, ал бирмәгән алышта08.01.2019
“Мәргән башҡорттарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам”.

Беренсе тапҡыр уҡ атып ҡарағаным һис кенә лә хәтеремдән сыҡмай. Сәпкә тейгәндерме-юҡмы, был мөһим түгел, әммә янды тартып кире ебәргәс, уның күҙҙән юғалыуы мәрәкә тойолдо. Тимәк, көс бар. Әлбиттә, абзыйымдың рөхсәте менән, ул саҡта уны йәшерен эшләү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Гел генә һоранып йөрөп булмай ҙа инде, бер көндө, ниһайәт, үҙем ян бөктөм, уҡ осланым. Шәхси әйбере булған малайҙың бер башҡа үҫкәнен күрһәгеҙ икән!
Һауаларға уҡ сойорғотҡан күңелле саҡтарҙы иҫләүем юҡҡа түгел. Ошо көндәрҙә уҡ атыу бәйгеләрендә ҡатнашып, алдынғы урындар яулаған спортсы менән осраштым. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, спорт мастерлығына кандидат, Рәсәй Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт ТАҺИРОВ менән әңгәмәләштек.

– Күптәр һеҙҙе бил бирмәҫ көрәшсе тип белә. Бер нисә тапҡыр ил чемпионы исемен яуланығыҙ, республика кимәлендәге сәмле бәйгеләрҙә еңеүегеҙҙе әйтеп тораһы ла түгел. Һәр ваҡыт хәрәкәт талап иткән көрәшсенән бер урында ҡымшанмайынса ғына баҫып тороп уҡ атыуға кинәт кенә күсеүегеҙҙе нисек аңларға?
– Маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, 65, 70, 75 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә милли көрәш буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булдым, хатта Башҡортостандың йыйылма командаһына индерҙеләр. Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында көрәш буйынса Урал чемпионаты ойошторолғайны, унда шулай уҡ берәүгә лә бил бирмәнем.

Дөрөҫ, уҡты тоҫҡағанда бер нисә минутҡа тын алышыңды туҡтатып торорға мәжбүрһең, юғиһә ул сәпкә теймәйәсәк. Көрәштән айырмалы, әлбиттә, был спорттың тыныс төрөнә ҡарай, уның ҡарауы, барыбер ҙә эстән янып көйәһең. Ҡапыл күсеү тиеүең дөрөҫмө икән? Ни өсөнмө? Батырмын тигән ир-егет уҡ-һаҙаҡ тота белер тигән шикелле, бәләкәй саҡтан уҡ юныу, йәйәнән уҡ атыуға ихлас бирелдем. Хәйер, ниндәй малай уның менән мауыҡманы икән?! Минән бер нисә йәшкә өлкән ағайҙарҙан, бигерәк тә туғандарымдан күрмәксе, уҡ атып ҡараным, ныҡ оҡшаны. Бер аҙ үҫә төшкәс инде, ҡул осонда нимә бар, шуның менән уҡ һәм ян әтмәләйһең дә, әйҙә, мәргәнлегеңде күрһәт. Тәүҙә был уйын формаһын алһа, аҙаҡтан инде етди шөғөлгә әүерелде. Ҡоралға ла әйләнде әле, уларҙы арҡаға элеп алаһың да урманға сығып китәһең. Ҡырағай йәнлек-ҡоштар атырға йөрөй торғайным.

– Спорт һеҙҙең өсөн данмы, яратҡан шөғөлмө, әллә килем сығанағымы?
– Беҙ ситтә йыш булабыҙ, унда төрлө бәй­геләр ойошторола. Әле эшләгән һәм, әлбиттә, күңелемә ныҡ яҡын Сибай ҡалаһы йәки тыуған районым Баймаҡ исеменән сығыш яһайбыҙ. Улай ғына ла түгел, Башҡортостан вәкилдәре булараҡ та. Мәҫәлән, “улар шул төбәктең данын яҡланы” тип беҙгә ҡарата юғары күтәреү, хөрмәт менән ҡарау бар. Минеңсә, берәү ҙә дан артынан ҡыумайҙыр, тим. Кеҫә ҡалынайтыу ҙа маҡсат түгел. Был осраҡта хобби һүҙе йәки күңелеңә ятҡан шөғөл табыу тип әйтеү дөрөҫтөр. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ҙа, тип өҫтәр инем.
Кемгә нисектер, байтаҡ ваҡыт ниндәй ҙә бәйгелә ҡатнашмай ҡалһам, йөрәгем урынында түгел һымаҡ. Адреналин алам, тиҙәр бит, шуның кеүек инде.

– Хөрмәт Зөбәйер улы, үҫмер армияға теләп барһын, ил һаҡларға атлығып торһон өсөн, ул кескәй саҡтан уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнергә тейеш, тиҙәр. Һеҙ ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең армияға бармаҫ өсөн поликлиника юлын тапауы — башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, нәҡ яҙғы һәм көҙгө саҡырылыш ваҡытында кинәт кенә “ауырып китәләр”. Булды заманалар, кемдәрҙер ике йыл буйы биленән һалдат ҡайышын сисмәне, өс йылға әрмегә алынғандар ҙа булды. Уйлап ҡараһаң, хәҙер ни бары 12 ай, шунда ла уттан ҡурҡҡандай ҡыланалар. Егет кеше ил һаҡсыһы булырға тейеш. Армия үҙаллылыҡ тәрбиәләй.
Әйткәндәй, мәктәптә Үҙидара көнө иҫкә төштө. Ысынында уны көтөп алдым, ул минең өсөн байрамға тиң ине. Мин – физкультура уҡытыусыһы, рәхәтләнеп дәрес үткәрәм. Шул саҡта уҡ мөғәллим булырымды, улай ғына ла түгел, физкультура дәресенән уҡытасағымды тойомлай инем. Силәбе дәүләт физкультура һәм спорт университетын тамамланым, көслө вуздарҙың береһе ул.

– Спорт өлкәһендә генә түгел, ғөмүмән, тормошта кемде идеал итеп алыр инегеҙ?
– Көтөлмәгән һорау биргәс, албырғап ҡалдым әле. Миңә ҡалһа, идеалдан айырмалы, кумир һүҙе йөрәгемә яҡыныраҡ. Спорттан йыраҡ китмәй генә бына кемдәр тураһында әйтмәк­семен. Бер ҡараһаң, яһил, икенсе ҡараһаң, юморға бай Джеки Чанды кем хөрмәт итмәй?! Уның ҡатнашлығындағы кинофильм­дарҙы ҡарау бер ҡасан да ялҡытмай. Булды шундай саҡтар, “их, шуның шикелле төрлө яҡлап һәләтле булһаң ине” тигән теләк күңелгә тынғылыҡ бирмәне, йәшермәйем. Арнольд Шварценеггер менән дә бер ваҡыт һаташтым. Имән шикелле ныҡ, мөһабәт буй-һын, мыҡты кәүҙә. Ошо көндәрҙә Америка спортсыһы, бил­дәле көрәшсе Джефф Монсон Өфөлә булып киткән. Әйткәндәй, ул да күптәр өсөн өлгө.

– Күптән түгел, алыҫ сәфәрҙән ҙур еңеү менән әйләнеп ҡайттығыҙ. Көньяҡҡа ниндәй елдәр ташланы?
– “Күренмәй торҙоң, ҡайҙа булдың?” — тип һорай таныштарым. “Ишетмәнегеҙме ни, Алуштала алышта ҡатнаштым бит”, — тигән булам, мәрәкәләп. Халҡы Сибайға ҡарағанда кәм, әммә Баймаҡтан артыҡ булған Алушта исемле ҡалала төрки халыҡтарҙың милли спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһына респуб­ликабыҙҙың йыйылма командаһы исеменән Юлай Ғәлиуллин, Рәйес Низаметдинов һәм мин юлландыҡ. Унда, Башҡортостандан тыш, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Татарстан республикаларынан, Мәскәү, Калининград, Төмән, Екатеринбург ҡалаларынан да спортсылар ҡатнашты. Бәхет йылмайҙы – уҡ атыуҙа беренсе урынға сыҡтым.
Бәйгеселәр бик көслө ине, мәргән башҡорттарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тигән уй баштан уҡ күңелгә тынғылыҡ бирмәне.

– Сойорғотҡан уғығыҙ ниндәйҙер ағаста тороп ҡалған, тиҙәр. Ошо хәбәр дөрөҫмө?
– Башҡорт уғы Германияла бер сиркәүҙең көмбәҙенең шарына ҡаҙалған, был турала беләбеҙ. Шуның һымаҡ Алуштала атҡан уғым ҡарағайға барып ҡаҙалды. Ул бәйге иҫтәлеге булһын, тинем...

– Һүҙегеҙҙе бүлдерәм, уҡ атыу буйынса ярыштарҙа биш тапҡыр Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ булдың. Еңеүҙәр һеҙгә нимә бирә?
– Киләсәккә яңы маҡсаттар һәм бурыстар билдәләгәндә үҙемде ышаныслы тоям, уйымдан кире ҡайтмаҫлыҡ итеп маҡсатымды нығытып ҡуйыу йәһәтенән дә отошло.
Мөмкинлектән файҙаланып, еңеүҙәремә өлөш индергән Сибай ҡалаһының күп профилле колледжы директоры Лундеж Байморатовҡа, гимназия-интернат директоры Роза Бикбоваға рәхмәтемде еткергем килә. Лундеж Хәлит улы колледждың подвалында уҡсылар өсөн бынамын тигән тир төҙөттө, уҡ, ян, сәп ише спорт кәрәк-ярағы һатып алып биреште, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн транспортын да хәстәрләй. Үҙ сиратында һуңғы йылдарҙа спорттың уҡтан атыу төрө Сибайҙа йылдан-йыл билдәлелек яулай бара.

– Хөрмәт Зөбәйер улы, киләһе бәйгеләрҙә лә еңеүҙәр яулағыҙ!


Вернуться назад