Ҡурҡаҡ ҡына сәкән һуҡмай. Ә һеҙ ниндәй?03.01.2019
Кемдәрҙер ял көндәрен диванда телевизор ҡарап үткәрһә, икенселәр рәхәтләнеп сәкән һуға. Ҡайһыһы кинәнеслерәк?

Әлбиттә, хәрәкәттә булыу, ти төбәгебеҙҙең көньяҡ-көнсығыш райондары спорт һөйөүселәре. Ошоно дәлилләп, “Сәләмәтлек һәм һаулыҡ” аҙналығы барышында Сибайҙың “Ирәндек” боҙ һарайында Раил Хөсәйенов иҫтәлегенә дуҫтарса турнир ойошторолдо. Ярышта баймаҡтар һәм хәйбуллалар көс һынашты.

Көсөргәнешле алышта Баймаҡ хоккейсыларының “Комета” командаһы беренселекте яуланы. Икенсе урынға “Таналыҡ” (Хәйбулла районы) сыҡһа, өсөнсө баҫҡыста – Иҫке Сибай ауылынан “Байтал” ир-егеттәре.


Вернуться назад