Ҡариҙелдән еңеү менән30.12.2018
Юлдың йыраҡлығы ла, көндөң һыуыҡлығы ла ҡурҡытманы Сибай институты баскетболсыларын. Ҡариҙелдә үткән 2001-2004 йылғы ҡыҙҙар араһында Үҫмерҙәр баскетбол лигаһының төбәк-ара турында Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ҡыҙҙар командаһы беренселекте яуланы.

Ҡыҙҙар Стәрлетамаҡ, Благовещенск, Баймаҡ, Борай һәм Ҡариҙел районы командалары менән көс һынашып, иң көслөләр булып танылды. Хәҙер Сибай баскетболсылары март айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк ярышҡа әҙерләнә.


Вернуться назад