Йәрмәкәйҙәргә - Яңы йыл бүләге30.12.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Йәрмәкәйҙә асылған комплекс һымаҡ сәләмәтләндереү үҙәктәре хатта күп ҡалаларҙа юҡ, бында бөтә район балаларына һәм өлкәндәренә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2015 йылда төҙөлә башлай, объекттың смета хаҡы – 165 миллион һум. Төҙөлөштөң бағыусыһы – «Башнефть» компанияһы.

25 метрлыҡ бассейндан тыш, спорт комплексы бинаһында универсаль спорт залы бар. Унда теннис, волейбол, баскетбол, мини-футбол кеүек уйындар, бокс менән шөғөлләнеү өсөн барыһы ла ҡаралған.

Сәләмәт тормош рәүеше яҡлы һәр кем өсөн тренажер залы ла эшләй.
- Беҙҙең өсөн был - Яңы йылға ҙур бүләк. Төҙөлөш эштәре бөтөүен күптән көттөк. Район халҡы йөҙөү йәки башҡа спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн комплексҡа рәхәтләнеп йөрөр, тигән өмөттәбеҙ, - тине йөҙөү буйынса тренер Владислав Викторов.

Спорт комплексын асыу тантанаһында йәш волейболсы һәм баскетболсылар, тхэквондо менән шөғөлләнеүселәр оҫталыҡтарын күрһәтте.

Йәш спортсылар ҙа яңы комплекс менән бик ҡәнәғәт. Улар күнекмәләр ваҡытында тағы ла нығыраҡ тырышып, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә республика данын лайыҡлы яҡларға әҙер булыуҙары хаҡында әйтеп үтте.


Вернуться назад