Ҡартҡиҫәктәр йәшәреү яғында30.12.2018
Яңы йыл алдынан Асҡын районының Ҡартҡиҫәк урта мәктәбендә шатлыҡлы ваҡиға булды – капиталь ремонттан һуң бынамын тигән спорт залы асылды. Әйткәндәй, бында уҡыусы балалар ғына түгел, ә спорт һөйөүсе ҡартҡиҫәктәр ҙә волейбол, баскетбол уйнай, бүтән төрлө күнекмәләр үткәрә ала. Ғөмүмән, ауыл халҡы сәләмәт тормошто һайлаған, спорт аша йәшәреү яғында.

Заманса спорт залы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Балалар спорты” федераль проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырылған. Асҡын районы хакимиәте башлығы Фларит Усманов билдәләүенсә, төбәктә ҡыҙ һәм малайҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, киләсәктә лә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында төрлө сараларҙың йыш ойошторолоуы, Үҫмерҙәр спорт мәктәбенең эшләүе, хоккей майҙансыҡтарының төҙөлөүе, тирға уҡыусы балаларҙың күпләп йөрөүе, бассейндың булыуы һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.




Вернуться назад