Боҙға “айыуҙар ямғыры” яуҙы...29.12.2018
Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы быйылғы һуңғы матчын уҙғарҙы. Бығаса аҙаҡҡы дүрт осрашыуҙың өсәүһендә еңелгән яҡташтарыбыҙ Яңы йылға көйәрмәнгә, ниһайәт, бүләк эшләне. Улар “Куньлунь Ред Стар” командаһын 5:0 иҫәбенә ҡыйратты.

Уйын тамамланғандан һуң “Өфө-Арена” боҙо йола буйынса йомшаҡ уйынсыҡтар менән тулды. “Айыуҙар ямғыры” тип аталған был сара йыл да уҙа. Уйынсыҡтар йә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә, йә ауыр сирле балаларға ебәрелә.

Аренаға матчты ҡарарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килгәйне.



Вернуться назад