ЙЫЛ СПОРТСЫҺЫ! Полина алты миҙал яуланы25.12.2018
6 – 18 октябрҙә Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһында үҫмерҙәрҙең III Йәйге Олимпиадаһы уҙҙы. Унда Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашты. Улар йөҙөүсе Полина Егорова, уҡ атыусы Станислав Черемискин, велоуҙышсы Айгөл Гәрәева булды.

Полина бик уңышлы сығыш яһаны. Салауат ҡалаһы ҡыҙы алты – өс алтын, бер көмөш һәм ике бронза – миҙал яуланы. Бығаса Башҡорт­остандан бер йөҙөүсенең дә бындай мәртәбәле ярыштарҙа ҡатнашҡаны юҡ ине әле.

18 йәшлек яҡташыбыҙ арҡала ятып һәм баттерфляй ысулы менән йөҙөүҙә махсуслаша. Өс йыл элек Баҡы ҡалаһында уҙған Европа уйындарында алты тапҡыр чемпион исемен яуланы. Тәүге тренеры – Хәниф Шафиҡов.

Хәҙер халыҡ-ара класлы спорт мастеры, үҫмерлек ҡоронан сығып, өлкәндәр араһында сығыш яһай.


Вернуться назад