ЙЫЛ ТУРНИРЫ! “Өфө” клубы Европа лигаһына сыҡты25.12.2018
Баш ҡалабыҙҙың футбол клубы тарихта беренсе тапҡыр Европа ярышында ҡатнашты. Унда эләгеүҙәре лә бәхетле осраҡ булды. Ғәҙәттә, ил беренселегендә тәүге алты урынды алған командалар ҡитға бәйгеләрендә көсөн һынай. “Өфө” былтыр етенсе булды, әммә унан алдағы “Тосно” командаһы Европала уйнар өсөн лицензия алып өлгөрмәне. Беҙҙекеләр быны алдан хәстәрләгән.

Яҡташтарыбыҙ сығышын квалификация турнирында башланы, тәүге дәғүәселәре “Домжале” словен коллективы булды. Башта июль аҙағында Өфөлә – 0:0, артабан август башында Словенияла 1:1 иҫәбенә уйнап, ҡунаҡта гол индереү сәбәпле, сираттағы турға үттеләр.

Унда беҙҙең футболсыларҙы Люксем­бургтың “Прогресс Нидеркорн” командаһы көтә ине инде. Уны Башҡортостанда 2:1 иҫәбенә отҡас, Люксембургта матч тигеҙ иҫәп менән тамамланды (2:2). Шулай итеп, өфөләр артабанғы турға аяҡ баҫыу бәхетенә өлгәште.

Август аҙағында иһә хәл иткес осрашыуҙар уҙҙы. Был юлы бик көслө команда ҡаршы торҙо – Шотландияның иң алдынғыларҙан һаналған “Рейнджерс” футбол клубы. Уның баш тренеры ла – “Ливерпуль” инглиз командаһының элекке данлыҡлы уйынсыһы Стивен Джеррард! Ҡапҡасылары ла ил йыйылма командаһы составына инә...

Ошо кәртәне уҙһалар, Европа лига­һының төркөм уйындарына юл асыла. Тик тәүге матчта шотландтарҙан 0:1 иҫәбенә отолоп ҡайттыҡ. Шулай ҙа өмөт бар ине әле. Бының өсөн футболсы­ларыбыҙға Өфөләге осрашыуҙа уңайлы шарттар ҙа тыуып торҙо. Иҫәпте лә тигеҙләнеләр, бер-бер артлы ҡаршы яҡтың ике вәкиле майҙандан ҡыуылды... Ярты сәғәт буйы туғыҙ кеше беҙҙекеләрҙең ун бер уйынсыһына ҡаршы торҙо, туҡтауһыҙ һөжүмебеҙҙе кире ҡаҡты...

Бар тырышлыҡ бушҡа булды: ҡунаҡ­тарҙың ҡапҡаһына гол индерә алманылар. 1:1 – “Өфө” артабан турнирҙан төшөп ҡалды.


Вернуться назад