“Һауаларға уҡ сойорғоттом, ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам”, ти Салауат. Ә сибайҙарҙың уғы ҡайҙа тейә?24.12.2018
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында күптән инде уҡтан атыу буйынса түңәрәк эшләп килә. Үҙҙәрен мәргәнлектә, сослоҡта һәм йылғырлыҡта һынап ҡарарға теләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр шөғөлләнә бында. Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында уҡтан атыу киң ҡыҙыҡһыныу таба, ҡаланың башҡа белем усаҡтарында ла был йүнәлештә эш алып барыла.


Сибай институтында “Салауат Юлаев кубогына” үткәрелгән уҡтан атыу бәйгеһендә ҡаланың киң тармаҡлы, медицина һәм төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары көс һынашты.

Көсөргәнешле ярышта ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Гөлназ Ишмуллина яулаһа, егеттәрҙән Рәмил Лутов алды. Еңеүселәрҙең икеһе лә Сибай институты студенттары.


Вернуться назад