Яңы Этекәйҙәр хоккей уйнай21.12.2018
Ауырғазы районының Яңы Этекәй ауылында хоккей ҡумтаһы асылды. Ул “Реаль эштәр” проектына ярашлы төҙөлдө.

Тантана көнөндә ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн туҡланыу ойошторолдо, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы. Урындағы халыҡ район хоккейсылары сығышын илһамланып күҙәтте. Был көндө балалар һәм йәштәр яңы майҙансыҡта рәхәтләнеп күңел асты, боҙҙа шыуҙы.


Вернуться назад