Ә һеҙ бөгөн һыу индегеҙме әле?17.12.2018
Төмән ҡалаһында асыҡ һауала йөҙөү буйынса асыҡ Рәсәй турниры уҙҙы. Унда Өфө “морж”дары ла ҡатнашты.

Спортсылар 25 метрҙан бер километрғаса дүрт төрлө арауыҡта ярышты. Эстафеталар ҙа булды.

Беҙҙең республика данын алты ҡышҡы йөҙөү оҫтаһы яҡланы. Араларынан Ринат Мансуров – бер, Илгиз Шаймөхәмәтов өс алтын миҙал яуланы. Сергей Сайгин менән Александр Пенкин иҫәбендә иһә – көмөш миҙалдар.




Вернуться назад