Рәсәй-Ҡытай уйындарына рәхим итегеҙ!13.12.2018
Шәмбе “Өфө-Арена” боҙ һарайында Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла.

Ҡышҡы уйындар икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм тәүге тапҡыр Рәсәйҙә үтә. Спортсылар дүрт майҙансыҡта көс һынашасаҡ: “Өфө-Арена”ла, Спорт һарайында, “Биатлон” һәм Өфө спорт мәктәбенең тау саңғыһы трассаһында. Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә Башҡортостандан хоккей, шорт-трек һәм сноуборд менән шөғөлләнеүсе йәштәр ингән.

Ҡытайҙан спортсылар бөгөн төндә килеп етәсәк. Баш ҡалабыҙ бөтәһе 400-ҙән ашыу ҡунаҡты ҡабул итергә әҙер. Барлыҡ сараларға ла инеү бушлай.





Вернуться назад