Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа...12.12.2018
“Салауат Юлаев” командаһы бер урында тапана. Бер аҙым алға баҫа ла тағы сигенә. Бына сираттағы тәнәфескә КХЛ-дың турнир таблицаһында алтынсы урында китте.

“Авангард”тан еңелдек, “Слован”ды оттоҡ... Риганың “Динамо”һын еңдек, ЦСКА-нан отолдоҡ... Кисә килеп йәнә “Йокерит”ты еңдек (3:2). Әлбиттә, бөтә был матчтар ситтә уҙҙы тип аҡланырға була.

Командабыҙҙың бер уңышын ғына телгә алырға була: йәнә аҙсылыҡта гол индерҙеләр. Был күрһәткес буйынса юлаевсылар лигала беренсе урында!




Вернуться назад