Сибай институты ҡыҙҙары — беренсе!12.12.2018
Ҡаланың урта махсус һәм юғары белем биреү йорттары араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол ярышы буйынса спартакиада үткәрелде. Барлыҡ ярыштарҙа ла Сибай институтының сос һәм сәмле ҡыҙҙары беренселекте бирмәне. Һөҙөмтәлә, улар ҡала буйынса еңеүсе булып танылды.

“Иң яҡшы уйынсы” номинацияһына Динә Ҡәйепҡолова лайыҡ булһа, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” исемен Миңлегөл Йәнбәкова яуланы. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә тәбиғи-математика факультетының беренсе курс студенттары. Афарин, ҡыҙҙар!




Вернуться назад