Чемпиондар балға йыйылды11.12.2018
Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында йыл һайын үткәрелеп килгән Чемпиондар балы уҙғарылды. Ғәҙәттәгесә, сәләмәт тормош һәм спорт яҡлыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов тәбрикләне.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, быйыл Мәләүез спортсылары гер күтәреү, армспорт, көрәш, еңел атлетика, футбол, йөҙөү, пауэрлифтинг, ҡаяға үрмәләү, спорт орентиры буйынса республика ярыштарында призерҙар һәм еңеүселәр булып танылды.



Вернуться назад