" Берҙәмлек " үҫеш юлынан бара10.12.2018
Өфөлә "Берҙәмлек " йәмәғәт ойошмаһы ойошторған " Үҫеш юлы" форумы үтте. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт эшҡыуарлығы, этнотуризм, агротуризм тураһында фекер алышты. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин сығыш яһаны. Эске туризм хаҡында шәхси эшҡыуар Заһир Ҡотлосурин һөйләне.

Яҙыусы Флүр Ғәлимов эшҡыуарлыҡҡа бәйле китаптарын тәҡдим итте. " Арғымаҡ " этнотөркөмө сарала ҡатнашыусыларҙы милли моңдар менән сәләмләне.




Вернуться назад