Еңелһәң дә, саҡыралар...05.12.2018
Вәт, ҡыҙыҡ, “Салауат Юлаев” рәттән дүрт тапҡыр еңелде, капитанының ҙур штраф алыуҙан башы сыҡмай, шулай ҙа уға ихтыяж ҙур.

Бөгөн өфөләр киске сәғәт 11-се яртыла Братиславала “Слован” командаһына ҡаршы боҙға сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, капитаныбыҙ Антон Бурдасов уйнамай, ул был матчтан ситләтелде.

Шулай ҙа ул һәм тағы бер юлаевсы Александр Кадейкин бер аҙнанан уҙасаҡ Евротурҙың икенсе этабына – Беренсе канал кубогы турнирына саҡырылды.


Вернуться назад