Өфө — дәғүәселәр иҫәбендә05.12.2018
Башҡортостандың баш ҡалаһы киләһе йыл уҙғарылған Халыҡ-ара велоконгрестың баш ҡалаһы исеменә дәғүә итә.

Был исемлектә Рәсәйҙән тағы ла дүрт ҡала бар. Улар — Әлмәт, Волгоград, Краснодар һәм Санкт-Петербург. Конкурсҡа бөтәһе 14 ғариза бирелгән.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, ғаризаларға баһа биргәндә, төрлө факторҙар иҫәпкә алынған. Яҡын арала һайлап алынған ҡалалар, велоконгрестың партнерҙары менән мәсьәләнең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тикшереләсәк.

Әйткәндәй, халыҡ-ара велоконгресс беренсе тапҡыр Мәскәүҙән ситтә үтәсәк.


Вернуться назад