Көрәш сәнғәте оҫталары йыйыла05.12.2018
14 — 17 декабрҙә Өфөлә халыҡ-ара көрәш сәнғәте форумы уҙғарыла. Был сарала йыл һайын ике меңдән ашыу спортсы — Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән, сит илдәрҙән төрлө көрәш мәктәптәре вәкилдәре ҡатнаша.

Күләмле спорт сара­һына килеүселәрҙе бай программа — бөтә төрҙәге каратэ буйынса Рәсәй турниры, көрәш төрҙәре буйынса асыҡ милли чемпионат һәм беренселек, билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара турнир, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 266-18-66 телефоны буйынса алырға мөмкин.


Вернуться назад