Майҙанда “эҫе” булды01.12.2018
Борай ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһының II этабы еңеүселәрен наградлау сараһы үтте.

Кисәнең яңғырауыҡлы музыка һәм баскетбол тубы туҡылдауынан башланыуы майҙанда бөгөн бик “эҫе” буласағын һәм бер нисә минуттан көтөп алынған дуҫтарса матчтың башланасағын хәбәр итте. Баскетболға һәм спортҡа битараф булмаған кешеләр йәштәр командаһына ҡаршы көс һынашты. Кәйефте муниципаль этапта еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлау, бүләкләү сараһы күтәрҙе.


Вернуться назад