Өҫкә... Аҫҡа...28.11.2018
“Салават Юлаев” турнир таблицаһында йәнә аҫҡа тәгәрәне. Етенсе урынға. Һуңғы арала ул йә еңә, йә еңелә, һөҙөмтәлә ҡиммәтле мәрәйҙәр юғала.

Йәкшәмбелә яҡташтарыбыҙ Минскиҙың “Динамо”һын 6:1 иҫәбенә ҡыйратҡас, көйәрмәндәр дәртләнеп киткәйне. Оҙаҡҡа булманы. Артабан быйыл шәп уйнаған “Автомобилист”тан йәнә отолоп ҡуйҙылар.

Был юлы бығаса шелтә алмаған ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола ла яңылышты. Ҡунаҡтарҙың икенсе голы уның намыҫында. Бәхет тә юлаевсылар яғында булманы – бер тапҡыр шайба ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына инеп сыҡҡандай булды, икенсеһендә судьялар, ҡағиҙә боҙолғанлыҡтан, ингәнен һанаманы.

0:2 – отолдоҡ. Иртәгә Магнитогорскиҙың “Металлург”ын нисек ҡаршылап-оҙатырбыҙ?..



Вернуться назад