Көрәшселәр сыҡты майҙанға28.11.2018
Өфөлә, Ишембайҙа һәм Октябрьскийҙа самбо, ирекле көрәш һәм ҡул һуғышы буйынса ярыштар үтте.

Баш ҡаланың “Динамо” стадионында милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған ирекле көрәш буйынса Асыҡ Республика турниры ойошторолдо. Совет осоронда был ярыш бөтә илдә киң танылыу яулағайны. Турнирҙы күптән түгел генә тергеҙҙеләр: быйыл ул өсөнсөгә уҙғарылды, Өфөлә иһә – тәүге тапҡыр. Унда ике йөҙ кеше ҡатнашты, башҡа төбәктәрҙән дә спортсылар һәм ҡунаҡтар күпләп килгәйне.

Октябрьскийҙа иһә самбо буйынса асыҡ турнир үтте. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән 115 спортсы ҡатнашты. Ишембайҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында ҡул һуғышы буйынса республика асыҡ беренселеге ойошторолдо. Ул полиция генерал-майоры Эмир Ниғәмәтйәнов иҫтәлегенә арналды.


Вернуться назад