Бронза ла насар түгел...22.11.2018
Башҡортостан йыйылма командаһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Мәғәз Сәхәбетдинов иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашты.

Сара Ҡазанда үтте. Турнирға Рәсәйҙең 11 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан 250 спортсы килгәйне. Өфөнән, Октябрьскийҙан һәм Белореттан унда ун спортсы юлланды. Ярыш йомғаҡтары буйынса өс көрәшсе бронза миҙал яуланы. Улар — Өфөнән Арсанали Тонаев менән Эрик Бикбулатов һәм Октябрьскийҙан Анатолий Баянов.



Вернуться назад