Был ярыш Күмертауҙа ғына үтә22.11.2018
Күмертауҙағы “Замандаш” адаптация үҙәгендә ҙур ваҡиға: күҙе күрмәгән спортсылар өсөн Халыҡ-ара һуҡырҙар ассоциацияһынан теннис өҫтәле килтерелгән. Уны Чехиянан 200 мең һумға һатып алғандар.

– Бындай үтә кәрәкле өҫтәл муниципалитет ҡарары буйынса алынды. Ошо ҡорамал БДБ илдәрендә, Мәскәүҙә һәм хәҙер Күмертауҙа бар. Бөтә халыҡ-ара ярыштар шундай өҫтәлдәрҙә генә үтә. Хәҙер ҡалала Рәсәй йыйылма командаһының ярыштарын һәм күнекмәләрен үткәреү мөмкинлеге бар, – ти Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анастасия Ибраһимова.

Бер нисә йыл элек Күмертау “Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисына асыҡ кубок” халыҡ-ара турниры өсөн майҙансыҡ итеп һайланғайны. Турнир Рәсәйҙең төрлө тәбәктәренән һәм сит илдәрҙән тиҫтәләрсә спортсыларҙы берләштерә. Әлегә был — Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәрендәге берҙән-бер спорт-адаптация форумы.



Вернуться назад