“Аҡъяр ТВ” теннис та уйнай...21.11.2018
Ун йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән “Аҡъяр телевидениеһы” район һулышын “зәңгәр экран”дар аша яҡтыртып ҡына ҡалмай, ә төрлө социаль проекттар уйлап табып, уларҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Шулай уҡ сәләмәт тормошто пропагандалаған, спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткән саралар үткәрә.

Икенсе йыл рәттән “Аҡъяр телевидениеһы” призына теннис турниры ойошторолдо. Был юлы ярышта башҡа район спортсылары ла ҡатнашыуы уның мәртәбәһен арттырҙы. Абсолют еңеүсе исеменә Аҡъярҙан Зөфәр Ҡәйепов лайыҡ булды.




Вернуться назад