Робин Гуд артынан эйәреп...21.11.2018
Юлаевсыларҙы илдә электән “Робин Гуд эйәрсәндәре” тип йөрөтәләр. Был Урта быуаттарҙағы инглиз геройы урман юлбаҫарҙары башлығы булып, байҙарҙы талаған һәм табышын ярлыларға таратып биргән. Ә яҡташ хоккейсыларыбыҙ йыш ҡына көслө командаларҙы еңә лә көсһөҙҙәренән еңелә.
Бына был юлы ла турнир таблицаһында артта һөйрәлгән “Себер”гә Новосибирскиҙа мәрәйҙәр бүләк иттеләр. Беренсе осорҙа уҡ хужалар иҫәпте асҡайны, ул уйын аҙағынаса үҙгәрмәне. 0:1 – отолдоҡ, күрәһең, бынан алда рәттән биш тапҡыр уңышҡа өлгәшеү өфөләрҙе ялҡытып киткәндер...




Вернуться назад