“Korantina Homes Cup” призы беҙҙеке20.11.2018
Кипрҙа халыҡ-ара коммерция турниры тамамланды. Унда “Өфө” футбол клубы Латвияның “Рига” футбол командаһын еңеп, инде икенсе тапҡыр “Korantina Homes Cup” призы хужаһы булды.

Уйындың төп ваҡытында иҫәп 1:1 менән тамамланһа ла, Дмитрий Кириченко етәкселегендәге “Өфө” командаһы уйынсылары пенальтиҙа һынатманы. Шулай итеп, төп матчта Иван Пауревич бер мәрәй индерһә, пенальтиҙа Игорь Дивеев, Александр Пуцко, Дмитрий Живоглядов, Игорь Безденежных уңышлы сығышы яһаны. Көйәрмәндәр ҡапҡасы Александр Беленовтың уйыны менән дә ҡәнәғәт ҡалды, сөнки ул пенальтиҙа ике тупты кире ҡаҡты.

“Өфө” футбол командаһы киләһе уйынды 24 ноябрҙә “Ырымбур”ҙа ҡунаҡта уҙғарасаҡ.



Вернуться назад