Туймазыға хоккей байрамы килде!19.11.2018
Туймазы ҡалаһында Бөтә Рәсәй хоккей беренселеге үтә. 18 ноябрҙә башланған ҙур спорт сараһы ун көн дауам итә унда Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенән 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр командалары ҡатнаша.

Быға тиклем ошондай уҡ сара Туймазыла апрель айында уҙғайны. Ул халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ә уйындарҙың ҡыҙыу һәм сәмле үтеүе үҫмерҙәрҙең өлкәндәрҙән һис тә кәм уйнамағанын иҫбатланы.


Вернуться назад