Балтастарҙы Пермь көтә!18.11.2018
Спорт төрҙәренә ылығыусылар һаны артҡандан-арта, бигерәк тә армрестлинг секцияһына мәктәп уҡыусыларының күпләп йөрөүе һөйөнөслө.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында армрестлинг буйынса ойошторолған ярышта Балтас районынан да батырҙар ҡатнашты. Егеттәр араһында 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә – Данил Садиҡов, шулай уҡ Ренат Ниғмәтйәнов (55 килограмға тиклем), Динар Хизәпов (60 килограмға тиклем), Тимур Әхмәҙуллин (70 килограмға тиклем), ә ҡыҙҙар араһында Азалия Хәмәтнурова менән Эльвина Зиннурова беренсе урынды яуланы.

Еңеүселәр декабрь башында Пермь ҡалаһында Волга буйы федераль округының беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.




Вернуться назад