Хәҙер рәхәтләнеп йүгерәбеҙ17.11.2018
Хәҙер рәхәтләнеп йүгерәбеҙ"2013 – 2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү" дәүләт федераль программаһына ярашлы, Мишкә ауылындағы "Таҙалыҡ" физкультура-һауыҡтырыу комплексында резина ваҡтарынан йүгереү юлы һалынды.

Йәшел төҫтәге ҡатлам әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Сифатлы материалдан түшәлгән юл профессиональ спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла киңерәк мөмкинлектәр аса.

Ошо көндәрҙә уны рәсми асыу тантанаһы булды. Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейҙың икенсе, өсөнсө класс уҡыусылары тренерҙары Н.Асатарова менән 30, 1000 метр алыҫлыҡҡа йүгереп, йомшаҡ юлдың сифатынан ҡәнәғәт ҡалды.



Вернуться назад