Беҙҙә – алтын һәм бронза14.11.2018
Волга буйы федераль округындағы йәштәр араһында шахмат буйынса чемпионат нигеҙендә Һамар өлкәһендә шахмат ярышы булды. Ул Башҡортостан спортсыларына биш миҙал килтерҙе.

Шахмат мәсьәләләрен сисеүҙә Башҡортостан йыйылма командаһы составында республиканың төрлө ҡала, райондары вәкилдәре ҡатнашты. Салауаттан 15 йәшлек Урал Хәсәнов менән Өфөнән 13 йәшлек Иван Меньшиков алтын миҙал яуланы. 15 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында ярышҡан София Коржова һәм 13 йәшлек Анастасия Кузьменко (икеһе лә – Туймазынан), Өфөнән Артем Лазарев бронза миҙалға лайыҡ булды.








Вернуться назад