“Ағиҙел” ҡыҙҙарына афарин!13.11.2018
Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы уйынсылары ил йыйылма командаһы составында Дүрт милләт турнирында ҡатнашты.

Рәсәй командаһы бөтә өс матчта ла еңеү яуланы. Чехия вәкилдәрен –6:2, Германия хоккейсыларын – 4:0, Швейцария ҡыҙҙарын 8:1 иҫәбенә ҡыйраттылар.

Командабыҙ составында “Ағиҙел”дән Анна Пругова, Мария Баталова, Анна Шибанова, Ольга Сосина сығыш яһаны. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһе тиерлек турнирҙа үҙ позицияһында иң яҡшыһы булды.


Вернуться назад