Паралимпия чемпиондары ла үҫеп сығыр әле!12.11.2018
Бәләбәй ҡалаһы һәм районында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар бассейнда йөҙөү бәхетенә эйә булды.

– Был шөғөлдөң файҙаһы баһалап бөткөһөҙ ҙур, шуға күрә ата-әсә балалар өсөн төркөмдәр булдырыуҙы һораны, – ти урындағы инвалидтар ойошмаһы рәйесе Любовь Коробова. – Комплекс директоры Рузил Собханғолов менән төрлө ойоштороу мәсьәләләрен хәл иткәс, октябрҙә балалар ике төркөмдә шөғөлләнә башланы.

Малай һәм ҡыҙҙар бассейнда йөҙгәндә, ата-әсәләрҙең бер өлөшө уларҙы өҫтән күҙәтә, икенселәре һыуҙа ҡарап йөрөй. Ир-ат өсөн кейем алмаштырыу бүлмәһендә инвалидтар ойошмаһының идара ағзаһы Рәмис Минәзев малайҙарға күнекмәгә әҙерләнергә ярҙам итә. Киләсәктә спорт-һауыҡтырыу үҙәгенең инеү урынын һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ҡулайлаштырыу ҡаралған.

Матур башланғыс һөҙөмтәһендә, бәлки, киләсәктә паралимпия чемпиондары ла үҫеп сығыр әле!


Вернуться назад