Борайҙан – Ауырғазыға11.11.2018
Борай районының Борай ауылында Төбәк үҫмерҙәр баскетбол лигаһының тәүге этабы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан бихисап уҡыусы ҡатнашты.

Был турнир йыл да уҙғарыла. Был юлы ул дүрт көн дауам итте. Һөҙөмтәләргә килгәндә, Өфө, Благовещен, Күмертау, Баймаҡ ҡалалары һәм Стәрлебаш, Тәтешле райондары баскетболсыларына тиңләшеүсе табылманы. Шулай уҡ нефтекамалар, яңауылдар, ауырғазылар, мишкәләр ҙә һынатманы.

Эстафетаны Борайҙан Ауырғазы районы ҡабул итеп алды, тимәк, тиҙҙән унда турнирҙың икенсе этабы үтәсәк.


Вернуться назад