Таныш булығыҙ: футбол клубы талсымы09.11.2018
Баш ҡаланың “Нефтсе” стадионында йәмәғәтселекте “Өфө” футбол клубының яңы талсымы менән таныштырҙылар.

Талсым – бал ҡорто. Ә бына уға исемде көйәрмәндәр һайлаясаҡ. Яҡын арала конкурс иғлан ителәсәк. Бал ҡорто үҙебеҙҙә үткәрелгән матчтарҙа футболсыларыбыҙ өсөн янып-көйәсәк.

Әйткәндәй, киләһе йәкшәмбе өфөләр Мәскәүҙең “Спартак” уйынсылары менән осраша.



Вернуться назад