Һуғышма, ә уйна...06.11.2018
“Салауат Юлаев” өсөн ноябрь еңелеүҙәрҙән башланды. Тәүҙә –“Спартак”тан (3:4), шунан “Торпедо”нан (1:3).

Башҡаса отолорға ярамай ине. Быны иҫләп, юлаевсылар Татарстанда “Нефтехимик” командаһына ҡаршы уйынға ныҡлы әҙерлекле сыҡты. Ысынлап та, голдарҙан тыш, матч йоҙроҡ һуғышына ла бай булды. Тәртип боҙоусылар боҙҙан ҡыуылып ҡына торҙо...

Капитаныбыҙ Антон Бурдасов иҫәпте асҡас, уйын оҙаҡ ҡына һөҙөмтәһеҙ барҙы. Өсөнсө осорҙа хужалар көстө тигеҙләне, әммә күп тә тормай өфөләр Павел Коледов менән Йоонас Кемппайнен берешәр шайба индерҙе. “Нефтехимик” күпселектә бер тапҡыр уңышҡа өлгәшһә лә, еңеү “Салауат Юлаев” яғында ҡалды (3:2).



Вернуться назад