Беҙҙең мәргәндәрҙә – “алтын” һәм “көмөш”!03.11.2018
Ҡырымда үткән илдәге төрки телле халыҡтарҙың милли спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Эльбрус Ниғмәтуллин үҙ йүнәлеше буйынса рекорд ҡуйһа, уҡсыларыбыҙ ҙа мәргәнлектә иң яҡшылары икәнен танытты.

Ярыштарҙа, беҙҙең спортсыларҙан тыш, Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес республикаларынан, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән, Калининградтан, Төмәндән, Екатеринбургтан бәйгеселәр майҙан тотто. Уҡ атыу буйынса Сибайҙан Хөрмәт Таһиров беренселекте яулаһа, уның командалағы иптәше, Учалы уҙаманы Рәйес Низаметдинов икенсе урын алды. Ҡотлайбыҙ!



Вернуться назад