Илештә кемдәр таһыллыраҡ?03.11.2018
Илеш районының ауыл биләмәләре араһындағы Спартакиаға ярашлы йыл һайын волейбол ярыштары үткәрелә.

Ошо көндәрҙә Үрге Йәркәйҙәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорттың ошо төрө буйынса финал ярыштары уҙҙы. Көсөргәнешле уйында рысайҙар еңеүгә өлгәште. Икенсе урынды – Андреевка, өсөнсөлөктө Игмет ауыл биләмәләре яуланы.

Еңеүселәр кубоктар һәм дипломдар менән бүләкләнде.


Вернуться назад