Саҡмағоштар Сочиҙа еңеү яулай27.10.2018
Сочи ҡалаһында мәғариф учреждениеһын иң яҡшы презентациялау буйынса үткән III Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында саҡмағоштар һынатманы.

Конкурсты Халыҡ-ара мәғарифты үҫтереү академияһы ойошторҙо. Уның жюри эшендә әүҙем ҡатнашҡан Саҡмағоштың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Эльвина Ғүмәрова Рәсәйҙең 37 төбәгенән килгән коллегалары араһында хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанды. Ғөмүмән, 1-се мәктәп коллективының белем биреүҙәге ҡаҙаныштары иғтибар үҙәгендә булды, ул “Иң яҡшы инновация проекты” номинацияһында I дәрәжә, ә “Учреждениены иң яҡшы презентациялау” номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.


Вернуться назад