Спорт яңылыҡтары26.10.2018
Лилиана – чемпион!

Грузияла самбо буйынса йәш үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге үтте. Унда 30 илдән 250 спортсы ҡатнашты.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандың Туймазы ҡалаһынан Лилиана Сәлимйәнова ла бар ине. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 44 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ул еңеү яуланы.
Әйткәндәй, был Лилиананың тәүге ҙур уңышы түгел. Яҡташыбыҙ апрель айында Европа чемпионатында ла беренсе булғайны.


Нефтекамалар һынатманы

Нидерланд илендәге фитнес-аэробика буйынса донъя чемпионатына Башҡортостандан ике коллектив барҙы.

Планетаның 13 дәүләтенән йыйылған спортсылар араһында Нефтекама ҡалаһы вәкилдәре лә һынатманы. “Арт-данс” командаһы бронза миҙал яуланы, ә “Инфинити” төркөмө дүртенсе урынға сыҡты.


Башҡортостандың “шашка десанты”

Израилдә халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Беҙҙең ил йыйылма командаһының төп көсөн республикабыҙ шашкасылары тәшкил итте.

Команда беренселегендә Айнур Шәйбәков, Муродулло Амриллаев, Анатолий Татаренко, Айгөл Иҙрисова, Тамара Танһыҡҡужина икенсегә чемпион булды, ә Елена Мильшина менән Әлиә Әминева – беренсе тапҡыр. Шәхси беренселектә иһә Айгөл менән Айнур көмөш миҙалдар яуланы.


Иван йәнә пьедесталда

Яҡут илендә бокс буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы. Турнирҙа илдең 56 төбәгенән 283 ҡатнашыусы теркәлде.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса киләһе йыл Сочиҙа үтәсәк донъя беренселегенә барасаҡ илдең йыйылма командаһы тупланды. Шуныһы һөйөнөслө: Октябрьский ҡалаһынан яҡташыбыҙ Иван Абрамов сираттағы уңышына өлгәште. 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ул бронза миҙал эйәһе булды.


Теему башы менән шайба индерә

“Салауат Юлаев” һуңғы арала йә еңә, йә еңелә. Был юлы үҙ боҙонда Санкт-Петербург хоккейсыларын ҡабул итте.

Матч көсөргәнешле уҙҙы. Ҡунаҡтар иҫәпте асты. Улар сосораҡ та, оҫтараҡ та күренде. Әммә беҙҙекеләр Антон Бурдасов тырышлығы менән көстө тигеҙләне.

Артабан эш овертаймға барып етмәксе ине. Тик ике команда уйынсылары ла бер-бер артлы штраф ваҡыты алды. Бәхет өфөләр яғында булып сыҡты: осоп килгән шайба Теему Хартикайнендың шлемынан ҡаҡлығып СКА ҡапҡаһына инде. Сағыу осрашыуҙа 2:1 иҫәбенә юлаевсылар еңде.


Вернуться назад