Алдар батыр Ватанында24.10.2018
Бөрйән районында күренекле башҡорт тарханы Алдар батыр исемендәге призға традицион яндан уҡ атыу буйынса республика турниры үтте. Уны “Мәргән уҡсы” ойошмаһы урындағы хакимиәт менән берлектә ойошторҙо.

Бәйгелә Учалы, Белорет, Бөрйән райондарынан, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан 46 уҡсы ҡатнашты. Сараны юғары кимәлдә үткәреүгә урындағы хакимиәттең спорт комитеты, “Ағинәйҙәр” ҡоро, “Ағиҙел” балалар лагеры, танылған уҡсылар – Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндар ҙур өлөш индерҙе. Ҡатнашыусылар киләһе йылдың авгусында Бөрйән ерендә сираттағы турнирҙа осрашырға килеште.


Вернуться назад