“Йәшел дерби” ҡыуандырманы19.10.2018
Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән сәкәләште. Сентябрҙә юлаевсылар үҙ боҙонда еңелгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла бәхет йылмайманы...

Өфөләрҙән Антон Бурдасов күпселектә иҫәпте асыуы булды, хужалар уны тигеҙләп тә ҡуйҙы. Артабан “Аҡ Барыҫ” уйынсылары бер-бер артлы йәнә ике шайба индереп, уңышты нығытты.

Ҡапҡасыбыҙ Юха Метсоланы Андрей Кареев алмаштырҙы, көрәш ҡыҙҙы, әммә иҫәп башҡаса үҙгәрмәне. 1:3 – еңелдек.




Вернуться назад