Полина – өс тапҡыр чемпион!18.10.2018
Бөгөн Аргентинаның Буэнос-Айрес ҡалаһында үҫмерҙәрҙең III Йәйге Олимпиадаһы тамамланды. Унда Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашты.

Айырыуса йөҙөүсе Полина Егорова яҡшы сығыш яһаны. Салауат ҡалаһы ҡыҙы алты – өс алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Иң һуңғы көндә яҡташыбыҙ 100 метр арауыҡҡа баттерфляй ысулы менән йөҙөүҙә чемпион булды.

Бығаса Башҡортостандан бер йөҙөүсенең дә бындай мәртәбәле ярыштарҙа ҡатнашҡаны юҡ ине әле. Афарин, Полина һынатманы!


Вернуться назад