Күршеләрҙә ҡунаҡта17.10.2018
“Салауат Юлаев” ут күршеләр бәйгеһендә һынатманы. Ул Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы менән көс һынашты.

Төп ваҡыт тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Беҙҙең Александр Кадейкин осрашыу башында иҫ киткес матур гол индергәйне. Юлаевсылар саҡ ҡына түҙмәне, осор тамамланырға 22 секунд ҡалғас, хужалар ҙа шайба керетте.

Артабан голдар булманы, уйын овертаймға күсте. Унда Филип Ларсен өфөләргә еңеү килтерҙе – 2:1. Иртәгә йәнә бер хәл иткес осрашыу: “Салауат Юлаев”ты Ҡазанда көтәләр.




Вернуться назад