Еңеү – беҙҙең йәш спортсыларҙа!16.10.2018
Октябрьский ҡалаһында Халыҡ-ара класлы спорт мастеры Р. Хафизов иҫтәлегенә спорт акробатикаһы буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.

Унда, майҙан хужаларынан тыш, Өфө, Салауат, Магнитогорск, Нефтеюганск, Лангепас, Тольятти, Волгоград, Бөгөлмә, Әлмәт, Яр Саллы, Лениногорск, Ырымбур, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларынан, Пермь крайынан барлығы 285 спортсы көс һынашты.

Сарала Октябрьский ҡалаһының йәш спортсылары уңышлы сығыш яһап, тәүге урындарҙы яуланы. Уларҙы тренерҙар Олеся Муллағәлиева, Фәйрүзә Низаева, Артем Дергунов, Алина Нәбиуллина әҙерләгән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика