Герой булып булманы15.10.2018
Йәкшәмбелә “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсылары Екатеринбургта хужалар менән осрашты. Әгәр шунда “Автомобилист”ы еңһәләр, бөтә ил геройы булырҙар ине...

Свердловск өлкәһе клубы – быйылғы миҙгел лидеры. Бер тапҡыр ҙа еңелгәне юҡ. Һәм бына юлаевсыларҙың да уларға “теше үтмәне”. Матч башында уҡ өфөләр ҡапҡаларына бер шайба индертте. Артабан, нисек кенә тырышмаһындар, хужалар голкиперы Якуб Коварж ныҡ торҙо. Иҫәп 1:0 – “Автомобилист” рәттән 18-се уйында еңде!

27 ноябрҙә Екатеринбург егеттәренең Өфөгә килеүен көтәбеҙ...



Вернуться назад