Силәбелә лә, Өфөлә лә...12.10.2018
Республика көнөнә юлаевсылар көйәрмәндәренә ҙур бүләк эшләне. Силәбенән уйынға килгән “Трактор”ҙы ҡыйратты.

Әле сентябрь аҙағында ғына өфөләр Силәбелә хужаларҙы шулай уҡ 5:0 иҫәбенә отҡайны. Бына килеп йәнә еңделәр. Голдарҙы Теему Хартикайнен (икәү), Владимир Жарков (икәү), Филип Ларсен индерҙе.

Хәҙер юлаевсылар Екатеринбургҡа юл тота. Йәкшәмбелә уларҙы бигерәк тә мөһим осрашыу көтә. Әйткәнебеҙсә, лига лидеры “Автомобилист” әлегәсә 16 уйындың береһендә лә еңелмәне. Бәлки, уны туҡтатыу “Салауат Юлаев” өлөшөнә төшөр?




Вернуться назад

Яндекс.Метрика